Балаңды баҡсаға урынлаштырырға теләһәң - ришәүәт бир

Туймазы ҡалаһында бер мөдир ата-әсәләрҙән аҡса һораған. Әлегә тәфтишселәр уның ике енәйәтен асыҡлаған.
Тәүгеһендә сабыйҙы талап ителгән документтарҙын тыш урынлаштырғаны өсөн 5 мең һум ала. Икенсе осраҡта баҡсаға йөрөү өсөн барлыҡ хоҡуҡтары ла булған бәләкәс өсөн 2 мең һорай. Әлегә тәфтишселәр балалар баҡсаһы мөдиренең күпме ришәүәт алғанын тикшерә.