Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының отоларингология ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Николай Дайхестың республикаға сәфәре барышында Өфөлә үҙәктең филиалын асыу мөмкинлектәре тикшерелгәйне.
Белгестәр әйтеүенсә, Башҡортостан менән был үҙәк араһында хеҙмәттәшлектең ныҡлы нигеҙе бар. Мәҫәлән Өфөлә насар ишетеүсе балалар өсөн кохлеар имплантацияһы буйынса операциялар яһала, 2008-2012 йылдарға иҫәпләнгән Башҡортостанда кохлеар имплантация президент программаһы ғәмәлгә ашырыла.
Үҙәк филиалының поликлиникаһы баш ҡаланың элекке 15-се дауахананың поликлиникаһында, ә стационар бүлектәр республика клиник балалар дауаханаһында, Ҡыуатов исемендәге һәм 21-се дауаханаларҙа урынлашасаҡ.
Башҡортостан президенты ошо мәсьәлә буйынса Николай Дайхес менән осрашҡанда, төбәктәрҙә заманса медицина учреждениелары булырға тейеш. Барыһы ла дауаланыу өсөн Мәскәүгә йөрөй алмай тигәйне.
Өфөләге үҙәктә Иҙел буйы һәм Урал федераль округтарынан пациенттар ҙа хеҙмәтләндереләсәк.