Башҡортостанда ошо хоҡуҡ менән 11-сене тамамлаусы 10 уҡыусы белдергән.
Улар - Өфө, Ҡариҙел һәм Дүртөйлөнән. Уҡыусыларҙың 5-һе – спортсылар. Улар тиҫтерҙәре менән бергә тапшыра алмай, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнаша. Тағы 5 уҡыусы имтихандарҙы сәләмәтлектәренә бәйле ваҡытынан алдараҡ бирә.
Тәүге һынау бөгөн рус теленән, 23-сө апрелдә математика, 25-ендә әҙәбиәт менән физика, 27-се апрелдә йәмғиәтте өйрәнеү, 29-ында – химия һәм апрелдең һуңғы көнөндә география буйынса белемдәрен күрһәтергә кәрәк буласаҡ.