16 яугир иһә 9-сы май көнө фатирлы була. Быйыл республикала Еңеүҙең 64 йыллығына 64 ветеранға фатир тигән программа ғәмәлгә ашырылды.
Уларҙың береһе һуғыш ветераны Өфөлә йәшәүсе Кәүсәр Сәрүәр улы Сәрүәров. Кисә уға 82 йәш тулды. Бөгөн ул - яңы йорттағы фатир хужаһы. Тормош иптәше Зөлфиә Муллағәли ҡыҙы менән 43 йыл бергә татыу, әммә дөйөм ятаҡ тибындағы бер бүлмәле фатирҙа ғүмер итә. Ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер уларға элиталы йорттан ике бүлмәле фатир биргәндәр.