Оло-Тәләк фажиғәһе ҡорбандары иҫкә алына

1989 йылдың 3 июненән 4 ҡарай төндә Новосибирск-Адлер һәм Адлер-Новосибирск йүнәлешендә ҡапма-ҡаршы килгән ике пассажир поезы бәрелешә. Йыл да ошо көндө һәйкәл яняныда матәм митингыһы уҙғарыла.
Фажиғә арҡаһында сыҡҡан янғын 250 гектар ерҙе ялмап ала. Ике поезда 1 мең 284 пассажир, шул иҫәптән 383 бала, поезд һәм локомотив бригадаларының 86 ағзаһы була.

Иглин районында һәләкәт урынында һәйкәл ҡуйылған. Таш плитаға ҡорбандарҙың исем-шәрифтәре уйып яҙылған. Йыл да ошо көндө һәйкәл яняныда матәм митингыһы уҙғарыла. Яҡындарын юғалтыусылар Оло-Тәләккә йыл һайын тиерлек килә. Иҫкә алыу сараһы быйыл да ойошторола.