Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында Мөхәммәтсәлим Өмөтбаевтың музейы яңыртылғандан һуң яңынан эш башлай.
Музей экспозициялар менән тулыландырылған, унда 2005-cе йылда Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте тарафынан булдырылған Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев премияһы лауреаттарын да күрергә мөмкин. Шулай уҡ бында теләгән кеше Ибраһим ауылы тарихы менән таныша ала.