1994 йылдың 7 авгусында туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар арҡаһында Белорет районындағы Тирлән һыуһаҡлағысы йырыла.
Һыу ятҡылығы Белорет металлургия комбинаты ҡарамағында иҫәпләнә. Быуа йырылыу арҡаһында Тирлән ҡасабаһының бер өлөшөн 9 метр бейеклектәге тулҡын ҡаплай, йорттар, ҡаралтылар аға, электр бағаналары һыу аҫтында ҡала.
Фажиғәлә 30-ҙан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Тирлән халҡына тәбиғәт ҡазаһын бөтөрөүҙә барлыҡ республика халҡы ярҙам итте. Кешеләр кейем-һалымын да, аҙыҡ-түлеген дә оҙатты унда.
Район-ҡалалар көсө менән ике биҫтә төҙөлдө. Был йәһәттән тирләндәргә иң ҙур ярҙам президент Мортаза Рәхимовтан булды. Сөнки ул ошо барлыҡ эштәрҙе еренә еткереүҙе үҙ контролендә тотто.Хәҙер урындағы быуала яңы плотина. 1994 йыл ғәрәсәте ҡорбандары иҫтәлегенә ташһын ҡуйылған.