Кушнаренко районында уллыҡҡа алынған 3 йәшлек сабыйҙың ғаиләләге балалар араһындағы үҙара низағ арҡаһында ҡыйналды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар сабыйҙы ҡотҡара алмаған, ул 5 көн реанимацияла ятҡандан һуң дауаханала вафат булған. Үҙҙәренең 4 балаһы өҫтөнән уллыҡҡа алынған башҡа 3 бала кире тартып алынған.
Кушнаренко районында уллыҡҡа алған ғаиләлә өс йәшлек баланың үлеүенә республика властары ла иғтибар йүнәлтте. Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаевтың ҡушыуы буйынса балаларҙы тәрбигә алыусы ғаиләләрҙә тикшереү башланды.
Бынан ары республиканың мәғариф министрлығы балаларҙың йәшәү шарттары тураһында мониторинг үткәреп ай һайын хөкүмәткә отчет менән сығасаҡ. Район етәкселәренә патронат һәм уллыҡа алған ғаиләләргә иғтибарҙы көсәйтеү тураһында хаттар ебәрелгән.