Ағиҙел ҡалаһы прокуратураһы урындағы дарыуханаларҙа хаҡтарҙы тикшерҙе.
Уның барышында асыҡланыуынса, ҡайһы бер дарыуханалар ваҡлап һатыу өсөн билдәләнгән хаҡты саманан тыш арттырған. Был йәһәттән прокуратура хеҙмәткәрҙәренең Фармленд, Флора, МТЦ-Ағиҙел йәмғиәттәренә һорауҙары күп.
Улар билдәләнгән хаҡты 20%-ҡаса арттырған. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай етешһеҙлек дәүләт ҡарамағындағы фармацевтика ширҡәттәренә ул тиклем хас түгел.
Мәҫәлән, Башфармация предприятиеһында Рәсәйҙә етештерелгән дарыуҙар сама менән 0,4, сит илдән ҡайтартылғандарға 0,9%-ҡа артҡан.
Ошондай уҡ тикшереү күптән түгел Бөрө ҡалаһында ла үтте. Унда ла алда аталған ширҡәттәрҙең дарыуға хаҡтарҙы 30-40%-ҡа арттырыуы асыҡланғайны.