Өфөлә йәгшәгән Евгений Кареев республика матбуғатын мәхкәмәгә биргән.
Ул киң мәғлүмәт саралары тураһында федераль ҡанундың айырым матдәләре боҙолоуҙы, үҙенең ватандашлыҡ хоҡуҡтарының йәберһетелеүен белдерә. Мәғлүм булыуынса, 27 августа Өфөлә пенсионерҙар автобустарҙа ташламалы йөрөүҙе бөтөрөүгә ҡаршы урам йыйыны уҙғарғайны. Ҡаршылыҡҡа сығыусылар янына премьер-министр Раил Сарбаев барҙы.
Ул ташламаларҙың 15 октябргәсә, йәғни дача миҙгеле тамамланғанға тиклем ғәмәлдә буласағын да әйтте. Пенсионерҙар 3 сәғәт самаһы торғандан һуң таралышты. Әммә ошо ваҡиғаларҙы Башҡортосанда телевидене ла күрһәтмәне, гәзиттәр ҙә яҙманы ти дәғүәләшеүсе.
Башҡаланың Совет районы мәхкәмәһендә Евгений Киреев атлы кешенән ысынлап та ошо турала ҡағыҙ алыуҙарын хәбәр итәләр. Әгәр ҙә мәхкәмәгә юллау ҡағыҙҙары дөрөҫ тултырылмаһа, эш бөтөнләй ҡаралмаясаҡ та. Ә пенсионер әхлаҡи зыян өсөн республика мәғлүмәт сараларынан компенсация талап итә. Шуныһы ла мәғлүм, Кирәев әфәнде ғәйепләгән компанияларҙың береһе - Бөтә Өфө телеканалы был ваҡиға тураһында йөмләле сюжет күрһәтте.
Башҡортостанда 1 сентябрҙән пенсионерҙар һәм милиционерҙар өсөн ҡала эргәһе автобустарына ташламалар бөтөрөлә. Улар ҡала эсендә айына 50 тапҡыр ярты хаҡҡа йөрөй ала. Ҡала яны автобустарында льгота менән хеҙмәт ветераны статусына эйә булғандар һәм ғәриптәр генә файҙалана.
Пенсионерҙар бөгөн дә ҡаршылыҡҡа сыҡты. Был юлы улар уҙған аҙналағы кеүек Ҡала шураһы ҡаршыһындағы майҙанға түгел, ә Үҙәк баҙар эргәенә йыйылды, ике сәғәткә.