Рәсәйҙәге миллионлы башҡалалар араһында фәҡәт Өфө генә ҡала мэрын барлыҡ халыҡ ҡатнашлығында һайламай.
Башҡортостандың баш ҡалаһында хакимиәт башлығын ҡала шураһы депутаттары тәғәйенләй. Федерация шураһы рәйесе Сергей Миронов күптән түгел урындағы үҙидаралыҡ органдары башлыҡтарының тауыш биреү юлы менән һайланырға тейеш тигән фекерен еткергәйне.
Әлегә республика парламенты был мәсьәләне үҙ ултырышынада ҡарарға йыйынмай. Сираттағы ултырышта, ә ул 22 октябргә тәғәйенләнгән, депутаттар республиканың 2010 йылға ҡаҙнаһы тураһындағы проекты ҡараясаҡ. Ул тәүге уҡыуға сығарыла. Финанстар министры Айрат Ғәскәров һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостан ҡаҙнаһы алдағы йылда 10 миллиард һум дефицитлы буласаҡ.
Уның әйтеүенсә, республиканың киләһе йылға тупланма ҡаҙнаһы 85 миллиард һумдан ашыуыраҡ буласаҡ. Дөйөм алғанда, 2010 йылда төбәктә 200 миллиард һумдан ашыуыраҡ һалымдар йыйыу күҙаллана, уның 65 проценты, йәғни өстән ике өлөшө федераль ҡаҙнаға оҙатыласаҡ.