Был сумманың 10 миллион һумы тейешле дарыуҙар алыуға тотонола, 22 милллион һумы үпкәләргә яһалма тын өсөн ҡоролмалары һатып алыуға бүленә.
Был турала республика хөкүмәте премьер-министры Раил Сарбаев белдерҙе. Бынан тыш пермьер дарыуҙарға хаҡтарҙы артырыусы фармация ойошмаларын да етди иҫкәртте. Халыҡ тарафынан миҙгелле сиргә ҡаршы дарыуҙарға ихтыяж артыуын файҙаланып ҡайһы бер дарыуханалар хаҡтарҙы арттырған.
Айырым медикаменттарға ул хатта 62 процента тиклем күтәрелгән. Кеше сәләмәтлегендә аҡса эшләүгә юл ҡуйырға ярамай тине Раил Сарбаев. Бындай осраҡтар асыҡланғанда, улар менән хоҡуҡ һаҡлау органдары шөғөлләнәсәк. Дарыуҙарға хаҡ мониторингы хөкүмәт премьер-министрының шәхси контролендә буласаҡ.
Уҡыусылар араһында тымау тейҙереүселәр, грипп менән сирләүселәр артыуын иҫәпкә алып айырым ҡала округтары һәм муниципаль райондар көҙгө каникулды оҙайта.
Өфө ҡалаһы хакимиәте барлыҡ мәктәптәрҙә лә уҡытыуҙың 14-се ноябргәсә кисектерелеү белдерә. Республика мәғариф министры Зиннәт Аллаяров әйтеүенсә, Башҡортостан мәктәптәрендәге уҡыусыларҙың 13 проценты сир йоҡторған.