Улар ғаилә институттарын нығытыу, урман сәнәғәте комплексын яңыртыу, ярҙамсы һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереү, аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшө күләмен арттырыуға ҡайтып ҡала.
Хөкүмәт премьер-министры Раил Сарбаев билдәләүенсә, был йүнәлештәр даими иғтибарҙа буласаҡ. Мәҫәлән, әле ағас эшкәртеүсе ширҡәттәр ситкә сеймал һатыу иҫәбенә генә йәшәй.
Урманды тулыһынса эшкәртеп әҙер материалдар һатыуға күсергә күптән ваҡыт тине Раил Сарбаев, башҡаса ситкә урман һатыу булмаясаҡ.
Аграр тармаҡҡа килгәндә, алдағы 2-3 йылда машина-технология станциялары тағы ла ҡеүәтләнәсәк, һөрөнтө ерҙәрҙең 40 процентын эшкәртеү уларға тура киләсәк. Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүсе шәхси хужалыҡтарға ла йөҙ менән боролорға ваҡыт.
Башҡортостан халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәүен иҫәпкә алғанда, уларҙа етештерелгәнде һатып алыуға өҫтөнләк бирергә кәрәк.