Башҡортостан Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы йылын киң ҡолас йәйеп башлап ебәрҙе.
Әллә алдан белеп запасландылар, әллә тура килде - ғинуарҙың 14-енә тиклем республикала бер түгел ике мәктәп асылды. Береһе уңың Красноусолда, икенсеһе Тәтешлелә урынлашҡан.
Красноусолдағы 1-се мәктәптең бинаһы 1932 йылда төҙөлгән һәм авария хәлендә булған. Хәҙер уның урынына 320 уҡыусыға иҫәпләнгән яңыһы төҙөлгән. Мәктәп республика ҡаҙнаһы иҫәбенә төҙөлгән, барлыҡ эштәргә 288 миллион һум тотонолған.
Ғафуриҙан бер көнгә ҡалышып Тәтешле районында ла йорт туйланылар. Унда башланғыс класс балалары өсөн 210 урынлыҡ мәктәп асылды. Ике мәктәптең ҡыҙыл таҫмаһын киҫеүҙә лә президент Мортаза Рәхимов шәхсән ҡатнашты.