Башҡортостандан Төнъяҡ Кавказға шаһиҙә итеп алып киткән ҡыҙ табылды

Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандан Төнъяҡ Кавказға шаһиҙә итеп алып киткән ҡыҙҙы табып алып ҡайттылар.

Был тарихтың ҡыҫҡаса йөкмәткеһе шулайыраҡ - Өфө мәктәптәренең береһендә уҡыған рус ҡыҙы интернет аша Кавказ егеттәре менән таныша. Улар христиан ҡыҙын ислам тәғлимәтәренә ғашиҡ итә, ҡыҙ исламға күсә һәм ата- әсәһенән ҡасып яңы таныштарына - Дағстанға китә.

Әммә уны ысын ислам түгел, радикаль ойошмаға вербовать иткән булалар. Бикле, телефонһыҙ ҡалған ҡыҙ 6 йылдан һуң әмәлен табып унан ҡаса, Башҡортостандан барған федералдар менән милиция уны табып алып ҡайта.

Телевидениеға биргән әңгәмәһендә ул үҙе һымаҡ ҡыҙҙарҙы ошондай тоҙаҡҡа эләкмәҫкә өндәне.