Яҙғы саҡырылышта физик яҡтан сибектәр күп

Межгорьела хәрби хеҙмәткә барыуҙан баш тартҡан 21 йәшлек егет хөкөмгә тарттырылған.
Сергей Точилин медицина тикшереүен үтмәй, шулай уҡ билдәләнгән ваҡытта оҙатыу пунктына ла килмәй. Был ваҡиға 2009-сы йылда була.

Табиптар егет кешенең тулыһынса сәләмәт булғанын асыҡлаған. Мәхкәмә ҡарары буйынса, ул шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм ителә. Быйыл яҙ Башҡортостандан 8 мең 250 егеткә һалдат кейеме кейҙерергә йыйыналар. Әле улар табип комиссиялары үтә.

Хәрби медиктар әйтеүенсә, йәштәрҙең сәләмәтлеге маҡтанырлыҡ түгел. Аҙ хәрәкәтләнеү, спортҡа иғтибарҙың кәмеүе ауыл еренә лә хас күренешкә әйләнә башлаған.