Ленинды иҫкә алалар

Бөгөн Рәсәйҙә түңкәрелеш яһаған Владимир Лениндың тыуған көнө. Уның тыуыуына 140 йыл тулыуҙы Башҡортостанда ла билдәләйҙәр.

Ленин тәғлимәттәре моданан сыҡҡас ил буйынса уның һәйкәл- музейҙарын туҙҙырыу башланғайны. Өфөләге йорт-музей иһә һаҡлап ҡалынды. Бөгөн унда йәмәғәт ойошмалары, сәйәси фирҡәләр ағзалары, уҡыусылар пролетариат башлығын иҫкә ала.