12-се тапҡыр үткәрелгән «Урал батыр» конкурсында Ишембай ҡалаһы 2-се республика гимназияһының 9 класс укыусыһы Рәсилә Хисмәтуллина Гран-при яуланы.
Байыҡ Айҙар сәсәндең 300 йыллығына арналған сара быйыл Дәүләкән районында уҙғарылды. Бында райондарҙа еңеү яулаған 57 команда ҡатнашты.
Конкурс өс этаптан торҙо. Беренсе этапта йәш сәсәндәр "Урал батыр" эпосын яттан һөйләне, икенсе этапта улар викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Өсөнсө этапта командалар эпостан өҙөктәр сәхнәләштерҙеләр. Бәйгенең жюри ағзаһы Мирас Иҙелбаев әйтеүенсә, конкурс йәш таланттарҙы билдәләүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.