Башҡортостан парламенттың сираттан тыш ултырышы үтте

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай уҙған аҙнала рәсми рәүештә йәйге каникулға китһә лә, депутаттарҙың ялын өҙөргә тура килде. Бөгөн парламенттың сираттан тыш ултырышы үтте.
Унда хөкүмәттең ҡоролоҡҡа ҡаршы күргән саралары тураһында отчеты тыңланды. Премьер-министр Раил Сарбаев әйтеүенсә, республикала 1 миллион 238 мең гектар сәсеүлектәр ҡоролоҡтан зыян күргән. Уңыш алдағы йылдар менән сағыштырғанда 30-40 проценттан артмаясаҡ. Республиканың барлыҡ райондарында һәм 3 ҡала округында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән.

Төбәк парламенты ултырышы менән федераль телевидениеның был тиклем ҡыҙыҡһынғаны юҡ ине. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай тирәһе НТВ, Рен ТВ, башҡа телеканалдарҙың камералары менән тулы булды. Улар сенсация эҙләп килгәйне. Әммә депутаттар алдан әйтелгәнсә, фәҡәт ҡоролоҡто ғына тикшерҙе.

Шулай ҙа хөкүмәт рәйесенең отчетын тыңлағандан һуң республиканың айырым ҡанундарына үҙгәреш индереү тураһындағы проект ҡаралды. Үҙгәрештәр дәүләт хеҙмәтендә айырым вазифа биләүселәргә социаль гарантияларға ҡағыла. Проект бөгөнгө ултырышта бер юлы өс уҡыуҙа ҡаралып ҡабул ителде.

Республиканың иң яҡшы ҡымыҙсыһы – Бөрйәндән Шәрифулла Ҡолһарин. Мәләүез районында ҡымыҙ бешеү оҫталарының конкурсы үтте. Икенсе урынды Баймаҡ районы «Аҡморон» хужалығы алды, Еңеүсегә тоҡомло йылҡы малы бүләк иттеләр.