Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостанға етәкселеге балалар баҡсаһынан башланды

Ҡоролтай ултырышында раҫланғанға тиклем үк ул баҡсаларҙа эшләгән тәрбиәселәргә һәм уларҙың ярҙамсыларына 500-1000 һум аҡса өҫтәне.
Икенсе этапта Мәктәп автобустары булды. Улар һанын арттырыу өсөн финанстар министрлығынан өҫтәлмә сығымдар талап итте яңы президент. Һәм өсөнсө этап - көс структураһы.

Шаршамбы көн Рөстәм Хәмитов Өфө эске эштәр идаралығының һыбай милицияһы һәм кинологтарының сығышын ҡараны, милиция хеҙмәткәрҙәре өсөн госпиталдә яңы корпус-диагностика, йәғни дауанан һуң тормошҡа яйланыу бүлегенә нигеҙ ташы һалды.

Рөстәм Хәмитовтың тағы бер фарманы ошо көндәрҙә донъя күрҙе. Ул дауахананан сыҡҡан кешеләрҙең артабан шифахана-курорттарҙа сәләмәтлектәрен нығытыуға ҡағыла. Бының өсөн быйыл республика ҡаҙнаһынан 73 миллион 600 мең һум бүленәсәк. Документ эшләүсе кешеләргә ҡағыла. Аҡсаны дәүләт аппаратын тотоу өсөн сығымдарҙы кәметеү иҫәбенә аласаҡтар.