Башҡортостанға ЮНЕСКО делегацияһы килде

Башҡортостанға ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы делегацияһы килде. Улар республика хөкүмәтендә премьер-министр, түрәләр менән осрашты. Унда Башҡортостан менән ЮНЕСКО араһындағы артабанғы хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде.

Йома көн ЮНЕСКО вәкилдәре Бөрйән районына юлланды, улар Шүлгәнташ тәбиғәт-мәҙәни комплексында буласаҡ. Сара барышында мәмерйәне ЮНЕСКОның халыҡ-ара ҡомартҡылары исемлегенә индереү мәсьәләһе ҡарала.

Шүлгәнташтан тыш ЮНЕСКОның бөтә донъя ҡомартҡылары исемлегенә Башҡортостандан Башҡорт Уралы ҡурсаулығы ла индерелә. Был тәбиғәт биләмәһе әлегә юҡ, уны Мәләүез, Йылайыр, Күгәрсен, Бөрйән райондары буйынса ойошторалар. Төп маҡсат - тәбиғәт ҡомартҡыларын һаҡлау, шул уҡ ваҡытта унда урындағы халыҡҡа инеп еләк-емеш, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйыуҙы тыймау.