Делегацияға Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәре менән сауҙа буйынса ассоциация президенты Такаси Нисиока етәкселек итә.
Башҡортостан етәкселеге менән Япония делегацияһы араһындағы осрашыу Конгресс-холда үтте. Президент Рөстәм Хәмитов Токио вәкилдәрен сәләмләп республика менән тығыҙыраҡ хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы.
Ике яҡтың эшлекле даирәләре осрашыуында етештереүҙең төрлө тармаҡтары буйынса хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелә. Улар араһында машиналар эшләү, энергетика, туризмды үҫтереү һәм башҡалар ҡаралған.
Рәсми Токио вәкилдәре менән осрашыу буйынса премьер-министр Азамат Илембәтов күрһәтмәһе менән ойоштороу комиссияһы төҙөлдө. Уға вице-премьер, хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов рәйеслек итә.
Япония менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек тураһында ниәттәр протоколы былтыр ноябрҙә төҙөлдө.