4 март һайлауҙарына 7 мең веб-камера кәрәк

Барлыҡ участкаларҙа икешәр веб-камера ҡуйыласаҡ

Башҡортостанда 4 марттағы һайлауҙрға әҙерлек башланды.
Республика үҙәк һайлау комиссияһы территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре, совет секретарҙары, система администрторҙарҙы йыйып кәңәшмә уҙғарҙы. Унда Дәүләт Думаһының алтынсы саҡырылыш һайлауҙарының һөҙөмтәләре ҡаралды, алда торған Рәсәй президенты һәм урындағы үҙидаралыҡ депутаттары һайлауҙарына әҙерлек барышы тикшерелде.

Дүртенсе мартта Рәсәй президенты һайлауҙар көнөндә Башҡортостан биләмәләрендә урындағы үҙидаралыҡтарға ла депутаттар һайлана. Дөйөм алғанда, 114 һайлау кампанияһы үтәсәк. Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, 721 мандатҡа 2 меңдән ашыу кандидат дәғүәләшергә йыйына. Хәйҙәр Вәлиев территориаль һайлау комиссиялары алдына һайлауҙарҙы лайыҡлы, демократик шарттарҙа үтеүен тәьмин итеү бурысы ҡуйҙы.

Лайыҡлы ойоштороуға килгәндә, Хәйҙәр Вәлиев ғәриптәр мәнфәғәттәрен дә онотмаҫҡа ҡушты. Ҡайһы бер урындарҙа тауыш биреү участкаларына инвалидтар коляскала күтәрелә алмай, хатта биләмәләрҙең икенсе ҡатта урынлашҡан осраҡтары ла бар, тине ул. Ә бына уның урынбаҫары Наилә Алтынова 4 март һайлауҙарында ил буйынса барлыҡ участкаларҙа икешәр веб-камера ҡуйыласаҡ, тине ул. Йәғни, Башҡортостанға ошондай 7 меңдән ашыу ҡоролма талап ителә.


Ҡоролтай комитеттары ултырыштары башланды

Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың даими комитеттары ултырыштары башланды. Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет депутатары яҙғы сессиялағы тәүге ултырышҡа етем балалар мәнфәғәтәтрен яҡлау буйынса ҡанун әҙерләй. Депутат Мөхәмәт Харрасов был ҡанун проекты етемдәр өсөн бушлай белем һәм юридик ярҙам алыу хоҡуғын булдырыуҙы күҙ уңында тота тине.

Парламенттың Дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты Башҡортостандың норма-хоҡуҡ акттарына үҙгәрештәр индереү темаһын тикшерҙе, уларҙың береһе – автотранспорт өсөн махсус парковка урындарын булдырыу. Комитет ултырышына Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Андрей Быковский ҡанун проектын тикшереү өсөн саҡырылған.


Рәми Ғәрипов тыуыуына 80 йыл

Башҡортостан халыҡ шағиры Рәми Ғәриповтың тыуыуына 80 йыл тула. Ошо уңайҙан район-ҡалаларҙа байтаҡ саралар үҙғарыу ниәтләнә. Бөйөк шағирҙың исеме йөрөткән Республика интернат-гимназияһында Рәми уҡыуҙары башлана. Февралдә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында концерт, ә март айында Рәми Ғарипов иҫтәлегенә арналған көрәш беренселеге ойоштороласаҡ.

Рәми Ғәрипов 1932 йылдың 12 февралендә Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуа, 1977 йылда вафат була. Үҙе иҫән саҡта байтаҡ әҫәрҙәре баҫтырылмай. Шул иҫәптән “Табыныу” поэмаһы ла оҙаҡ йылдар ҡулъяҙма килеш ҡала. Үлгәндән һуң оҙаҡ йылдар үткәс кенә шағиргә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелә. Әлеге ваҡытта Рәми Ғәрипов тыуған ауылда йорт-музейы бар, бюст ҡуйылған, тормош юлы һәм ижады тураһында фильм төшөрөлгән.