Баймаҡта уйын автоматын талағандар

Баймаҡ ҡалаһында уйын автоматын талағандар. Иртәнге биштә битлек кейгән 3 кеше уйын автоматтары ҡоролған залға инеп һаҡсыны бейсбол таяҡтары менән туҡмап бәйләп һала, залдағы кешеләрҙе пистолет менән ҡурҡытып 3 кассаны аса һәм 29 мең һум аҡса сәлдерә. Саҡырылған милиция хеҙмәткәрҙәре эттәр ярҙамында уларҙы эҙләй башлай. Сонька ҡушаматлы эт эҙ еҫе алып милиция кешеләрен күп ҡатлы йорттоң бер фатирына алып килә. Бында бер ҡайҙа ла эшләмәгән, быға тиклем хөкөм ителгән 18 йәштәге 2 һәм 19 йәшлек бер егет тотола. Енәйәтселәрҙең фатирында бейсбол таяҡтары, пистолет һәм урланған 29 мең һум табыла. Улар ғәйептәрен таныған.

Шуныһы ҡыҙыҡ, милиция хеҙмәткәрҙәре быға тиклем тикшереү үткәреп, уйын залы хужаһына етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, залды ябырға ҡуша, әммә эшҡыуар был шелтәләрҙе ҡолағына элмәй. Ҡараҡтыҡын бур урлаған тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Халыҡ шул тиклем тапҡыр һәм аҡыллы әйтә шул.