Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Мәскәүгә йыйынмай.
Ул Дәүләт Думаһы депутаты мандатынан баш тартыуы тураһында белдергән.
Республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Мортаза Рәхимов ошо туралағы ғариза менән Үҙәк Һайлау комиссияһына унынсы декабргә тиклем мөрәжәғәт иткән.
Башҡортостан Президенты Парламент һайлауҙарында Берҙәм Рәсәй фирҡәһенең төбәк бүлексәһе исемлеген етәкләгәйне, йәғни паровоз ролен үтәгәйне. Был фирҡә исемлеге буйынса ил парламентының түбәнге палатаһына Башҡортостандан ун биш кеше һайланды.
Мортаза Рәхимов шулай уҡ Владимир Путиндың Дмитрий Медведевты Рәсәй президенты вазифаһына тәҡдим итеүенә ҡарата фекере менән дә уртаҡлашты. Ил халҡы артабанғы тотороҡло үҫеште Владимир Путин менән бәйле күрә. Сөнки тап ғәмәлдәге президент ил иҡтисадын күтәреү, уҙған быуаттағы көрсөктән һуң халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыуҙы тәьмин итте. Шуға күрә ил менән көслө, иҡтисадты яҡшы аңлаған, ябай кешеләрҙе борсоған мәсьәләләрҙе белгән кеше идара итергә тейеш тигән фекерҙә Башҡортостан президенты.
Башҡортостан етәксеһе Владимир Путин командаһынан булған етәксенең илдең әлеге үҫеш курсын лайыҡлы дауам итәсәгенә ышаныуын да әйткән. Дмитрий Медведевтың Башҡортостан менән мөнәсәбәттәре яҡшы булыуына ла баҫым яһаған. Республикаға сәфәре барышында беҙ уның менән күп мөһим мәсьәләләрҙә уртаҡ тел таптыҡ тип белдерә Мортаза Рәхимов.