Башҡорттар Парижға йыйына

2007-се йыл үтеп китһә лә, Башҡортостан 450 йыллыҡ юбилейын туйлауҙан туҡтамай. Мәҫәлән, быйыл марттың 26-ларында республика делегацияһы Францияға сәфәр ҡыласаҡ. Парижда ЮНЕСКО ойошмаһының штаб-фатирында Башҡортостан Рәсәй менән 450 йыл бергә тигән сара үтәсәк. Республика менән таныштырыу беҙҙе сит илдәрҙә яҡшыраҡ белһендәр өсөн уҙғарыла. Уның барышында республика менән ЮНЕСКО араһында меморандумды имзалау ҙа ниәтләштерелә.