Республикала табиптарҙың эш хаҡына үҙгәрештәр индереләсәк. Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Зөфәр Мортазин тигеҙлек заманы үтте, кемдең нисек эшләүенә ҡарап аҡсаһы ла шулай буласаҡ тип белдерә. Ул шулай уҡ дарыуҙарға ҡытлыҡ булыуға, ташламаға хоҡуғы булған барлыҡ кешеләрҙе лә ваҡытында дарыу менән тәьмин итә алмауҙарына ла борсолоу белдерҙе. Дөйөм алғанда уҙған йыл медицина өлкәһе өсөн уңышлы булды, республика шураһының күсмә ултырышында һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләре ҡаралды, клиник дауахана, иҫәрҙәр йорто яңы биналарға күсте.