Яман сир йоҡтороусылар күп

Башҡортостанда 6 мең 107 ВИЧ-инфекциялы теркәлгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, уларҙың күбеһе- ир-егеттәр. Зарарлы сир йоҡтороусылар араһында 14 йәшкә тиклемге 49 бала бар. Уларҙы бер нисек тә сирҙе үҙҙәре йоҡторған тип әйтеп булмай-әлеге лә баяғы өлкәндәр арҡаһында улар ҙа ВИЧ-инфекциялы исемен йөрөтөргә мәжбүр. 2007-се йылда Башҡортостанда 894 кеше ошо сирҙе эләктергән, 268 кеше вафат булған.