Башкорт йәштәре R'n'Bга бейей

Ошо көндәрзә Башкортостан дәүләт филармонияһы етәкселеге бер кисте үз бинаһын йәштәр карамагына бирзе.

Башкорт йәштәре R'n'B көйзәренә бейей

Унда рэп стилендә ижат итеүсе сәнгәт төркөмдәре һәм айырым башкарыусылар концерты булды.

Был концертты Өфөлә тәүгеләрзән булып рэп юнәлешендә ижат итә башлаган “МС Баш” кушаматы алган йәш йырсы Заһит Кунафин ойошторган. Әлеге тамашала сыгыш яһау өсөн, Заһит Өфөләге тагы ла 5 рэп төркөм башкарыусыларын сакырган. Рэп стиле йырзарын әлләни өнәмәһәм дә, башкорт милли рэпы нисегрәк була икән, тигән кызыкһыныу менән киттем мин дә филармониягә. Унда барып инеү менән тамашасыларзың күп булыуы күзгә салынды. Залды тултырып килгән йәштәр. Һорашып белеүемсә, уларзың күпселеге Өфөләге югары һәм махсус укыу йорттарында белем алыусылар, шулай ук эшсе йәштәр булып сыкты. Меңгә якын кешене һыйзырган зал шыгрым булырлык булгас, башкорт йәштәре араһында рэп сәнгәтенә ихтыяж бар икән, тигән фекергә килдем.

►MC Bash: Kобайыр & R'n'B



Өс сәгәткә якын дауам иткән концертта уны ойоштороусы “МС Баш”, ягъни Заһит Кунафин, шулай ук “МС Язмыш, “Алакан”, “МС Инсан”, “Икейөз” “Башстайл” төркөмдәре егеттәре һәм кыззары сыгыш яһаны. Кайһыберзә шау-шыулы көйзәр астында күп кенә һүззәре аңлашылып бөтмәһә лә, тамашасы йәштәр быга бик бошонманы кеүек. Залды кыззыра алды, әлбиттә, рэп йырсылар. Йәш-елкенсәк уларга кушылып йырланы ла, хатта сәхнә эргәһенә барып бейеүселәр зә булды. Шуныһы үзенсәлекле булды – концерттың икенсе бүлеге башында рэп йырсылар Башкортостан Милли уйын коралдары оркестры менән берлектә лә сыгыш яһаны.

Рэп башкарыусылар йырзар текстарын да, уларга көйзәрзе лә, күп осракта үззәре ижат итә икән. Шул ук вакытта улар башкорт халык йырзарын, кобайырзарзы яңыса көйгә һалып та йәштәргә еткереү бурысын куя. Бының менән улар, үззәре әйтеүенә, башкорт йәштәрендә милли сәнгәткә һөйөү тәрбияләү максатын куя.


Концерт тамамлангас, без уны ойошторган “МС Баш” – Заһит Кунафин менән күрешеп, әңгәмә короп алдык. Милләт йәнле егет 3 йыл элек Өфө сәнгәт училищеһын тамамлаган. Унда курай класында белем алган ул. Бөгөнгө көндә Заһит үзен ирекле ижатсы тип атай. “Минең өстән берниндәй зә цензура юк – шул миңә иң мөһиме”, ти “МС Баш” кушаматлы талантлы егет.

Өфөләге рэп йырсы “МС Баш” кушаматлы Заһит Кунафин киләсәккә яңы ижат пландары короп йәшәй. Ноябрь аенда уның икенсе альбомы дөнья күрәсәк. Шул айза Силәбе өлкәһенә ун көнлөк гастрольдәре лә башлана уның. Шулай итеп башкорт эстрада сәнгәтенә һуңгы йылдарза рэп юнәлешендәге башкарыусылар за килеп кушылды. Йәштәргә был окшай кеүек. Сит илдәр йырзарына һикергеләгәнсе, рәхәтләнеп үзебеззең башкорт рэп музыкаһына бейейбез, тизәр улар.