Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфөлә ҡала ҡаҙнаһы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте


Киләһе йылға 8 миллиард 300 миллион һум тотоноу күҙаллана. Сығымдарҙың 30 проценты мәғариф өлкәһенә, һаулыҡ һаҡлауға 25, ә торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа 14 ярым процент аҡса йүнәлтеү ҡарала.

2010 йылғы бюджетта яңы юлдар төҙөүгә финанстар бөтөнләй билдәләнмәгән.

Был үҙ сиратында социаль йөкләмәләрҙе үтәргә булышлыҡ итергә тейеш. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов әйтеүенсә, үҙаллы эшләүсе мәғариф учрежлдениелары һаны артыуы ла аҡсаны һаҡсыл файҙаланырға мөмкинлек бирәсәк.

Ҡаҙна тыңлауҙарында ҡыҙыҡлы ла, бер ҡатлыраҡ та тәҡдимдәр байтаҡ булды. Мәҫәлән, ауыл хужалығы тармағына кадрҙар ҡала кешеһен дә ҡыҙыҡһындыра икән.

Бер пенсионер бабай, Аграр университетты тамамлаған белгестәр ауылға ҡайтмай, Өфөлә ҡалырға тырыша тине. Мәсьәләне хәл итеү өсөн ул Аграр университеты берәй районға, мәҫәлән Шишмәгә күсерергә тәҡдим итте.
XS
SM
MD
LG