Быға тиклем урыҫ һәм башҡорт телдәре дәүләт теле һаналһа ла, башҡорт теле фәҡәт ҡағыҙҙа ғына дәүләт теле булып ҡала килде. Республика парламенты Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһындағы ҡанундың яңы редакцияһын ҡабул итте. Быға тиклем милиция протоколы фәҡәт урыҫса тултырылһа, яңы ҡанунға ярашлы ике яҡ та башҡортса аралашҡан осраҡта протоколды башҡортса ла тултырырға ярай.
Бынан тыш урыҫ теле менән бер ҡатар, башҡорт теле парламентта, сәнәғәтттә, транспортта, энергетикала ла ҡулланыла башласаҡ. Тик башҡортса терминдар менән генә ҡатмарлыҡтар булыуы ихтимал.
Ҡанундағы үҙгәрештәр башҡа телдәрҙе лә инҡар итмәй. Мәҫәлән, бер төбәктә айырым милләт вәкилдәре күпләп йәшәгән осраҡта тыуған тел дә рәсми ҡулланыласаҡ. Мәҫәлән, Баҡалы автостанцияһында автобустар тәртибен татарса, Стәрлетамаҡтағы Золотоножкала украинса, Архангель районы Максим Горький ауылында латыш телендә иғландар ишетергә була.