Халыҡара енәйәт хөкөмө Ливия етәксеһе Мөәммәр Ҡаддафиға һәм уның ярҙамсыларына енәйәт таҡты һәм ҡулға алыу рөхсәте сығарҙы.
Хөкөм Ливия етәксеһе Мөәммәр Ҡаддафиға кеше хоҡуҡтарын боҙоу һәм үҙ халҡын февраль айында баш күтәргән өсөн аттырыу бойороғо биреү енәйәттәрен таҡты һәм ҡулға алыу рөхсәте бирҙе. Баш прокурор Луис Морено-Окампо хөкөмдә Ҡаддафиҙың был енәйеттәрҙе ҡылыуының туры дәлилдәре барлығын белдерҙе.
Һаагта урынлашҡан хөкөм Ҡаддафиҙың иң яҡын ярҙамсылары уның улы Сайыф әл-Ислам һәм күҙләү хеҙмәтлеге башлығы Ғ әбдулла әл-Санусси ға ла ҡулға алыу бойороғо сығарған. Улар иһә Ливияла барған протест сараларында халыҡҡа ҡаршы көс күрһәтеүҙә ғәйепләнәләр.
Илдең етәксеhен ҡыугандан hуң ул ғайебе өсөн нисек яуап бирергә тейеш? Бөгөгө көнгә тиклем элекке етәкселәр өсөн был мәсьәлә дүрт төрлө юл менән хәл ителде: беренсенән - сит илгә ҡасыу, мәҫәлән ҡыуылған Тунис етәксеhе Бен Ғалиҙың Сәғүд Ғәрәбстанына ҡасыуы; икенсенан - амнистия, Йәмән етәксеhе осрағы; өсөнсөнән –ул йорт хөкөмө, Хөсни Мөбәрәк хөкөмө августын аҙағында буласаҡ; hам hунгы сара- халыҡара енәйәт хөкөмө, Ливия башлығы Мөәммәр Ҡаддафи ҡылғанлыҡтары өсөн уның алдында яуап бирәсәк. Ҡайhы сара иң нәтижәле hуң?
Уйлап ҡарағанда Тунис халҡының осрағы иң насар булып тора, сөнки Бен Ғәлиҙың сит илгә ҡасыуы, халҡын уны тотоп, язаға тарттырыуҙан мәхрүм итә. Ә Ливия халҡы киреһенсә шатланырға тейеш, сөнки Ҡаддафиҙың хөкөмдә яманлыҡтары өсөн яуап биреүе hәм язаланыуы ышаныслы. Тик тәжрибә киреhен күрhәтә. Тунис халкы диктаторһыҙ демократик йәмғийәт төҙөп ятҡансы, Ливияла һаман бөтмәҫ граждан hуғышы бара. Етәксенең тиҙ ғәйепләүе, хөкөмгә бирелеуе hәм язаландырыуы илдең киләсәк революция торошо өсөн бик насар, сөнки халыҡ тиҙ үҙгәреүгә әҙер түгел. Ил, ситтән ҡушылыуын көтмәйенсә, табиғи рәүештә мәсьәләләрен үҙе хәл итһә, һәйбәтерәк. Шуга күрә Ливияла hуғыш бөгөнгә тиклем бара.