«Донской табак» ширҡәте Советтар Берлеге заманында киң таралған «Беломорканал» папиростарын августтан башлап яңы ҡаптарҙа һәм яңы хаҡҡа сығара башланы. Улар «Беломорканал-экспорт» тип атала.
Башҡортостан хөкүмәтенең Юраҡтауҙан һәм Торатауҙан ҡомартҡы статусын алып, шихандарҙы эшкәртеүгә рөхсәт биреүе ихтимал.
Бөтә донъяға билдәле булған сәйәхәтсе Марко Полоның Ҡытайға барып еткәненә тарихсылар шикләнеп ҡарай.
Британияла сыуалыштар Лондондың төрлө милләттәр йәшәгән биҫтәлә сыҡты. Үтә уңсылар был сыуалыштарҙы эшһеҙ иммигрант балалары ойоштора тип уйлай.
Европала ҡайһы бер сәйәсәтселәр йәкшәмбе көнө бөтә кибеттәрҙе лә ябыу тураһындағы ҡанунды ҡабул итеү өсөн тырыша.
Тегеранда йәшәүсе бер ҡыҙ 2004 йылда үҙ битенә кислота һипкән егетте ете йыллыҡ судтан һуң ғәфү итте.
1812 йылғы Урыҫ-Француз һуғышының Смоленск алышы 5-7-се августа Смоленск ҡалаһы янында тергеҙеп күрһәтеләсәк.
Төркиә менән ун йыл тартҡылашыуҙан һуң Германия тарихи бик мөһим һетт сфинксын Төркиәгә ҡайтарырға риза булды.
Быйыл йыйын 29-сы июлдән 31-се июлгә тиклем Баймак районында Граф күле буйында үтәсәк.
Донъяла ҡайһы илдәрҙә ниндәй иҫерткес эсемлектәрҙе күберәк ҡулланалар? Был мәсьәләне өйрәнер өсөн белгестәр «Европа алкоголь билбауҙары» тигән рәсми төшөнсәне әйләнешкә индерген.
Шотланд ватансыһы йә милләт фирҡәһе ағзаһы булыр өсөн бер ҙә шотланд булырға кәрәкмәй.
Башҡортостан юғары судына бер кеше республикала мосолман байрамдарын бөтөрөү үтенесе менән мөрәжәғәт иткән. Ҡорбан байрам һәм Ураҙа байрам уның хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙа икән. Суд уның теләген үтәргә риза булмаған.
Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ башҡорт урта мәктәбе мәктәп ҡарамағына бирелгән бер сәғәтте лә башҡорт теленә бирә.
Мәскәү Европадагы энергия бердәмлек сәясәтен бүлгәләргә тели. Әмма газга бәя төшүе хәлне үзгәртергә мөмкин.
Икенсе июлдә Хайбулла районы Аҡъяр ауылында «Бөйөк дала» беренсе рок-фестивале уҙҙы. Был тамаша легендар башҡорт рок-группаһы «Рух»тың 20 йыллығына арналған.
Башҡортостан мәғәриф министрлығы республика балаларына Петербур юғары уҡыу йорттарында 34 махсус урын бүлә. Был турала республика мәғариф министрлығының юғары белем биреү бүлегенән Марат Абдуллин беҙгә белдерҙе.
Яблоко фирҡәһе Өфө ҡалаһы мэрын һәм ғөмүмән башҡала етәкселеген ҡанундарҙы үҙ файҙаһына боҙоуҙа ғәйепләй.
Башҡорт Йәштәр Иттифағының йыл һайын хәрби-ватансылыҡ йәйләүҙәрен ойоштороуы ғәҙәти хәл.
Халыҡара хөкөм Ливия етәксеһе Мөәммәр Ҡаддафиға һәм уның ярҙамсыларына ҡулға алыу рөхсәте сығарҙы.