Шотланд милләтселеге үҙенсәлектәре

Шотландия байрағы

Шотланд ватансыһы йә милләт фирҡәһе ағзаһы булыр өсөн бер ҙә шотланд булырға кәрәкмәй.

Шотландияла быйыл май үткән парламент һайлауҙарында социал-демократик шотланд милли фирҡәһе еңгән. Был парламенттағы 129 урындан 69-ҙы, шулай уҡ Европа берлегендә Шотландияға бирелгән алты урындың икәүһе уларҙыҡы тигәнде аңлата. Был фирҡә шотланд халҡы араһында бик популяр булыуы менән генә түгел, ә бик үҙенсәлекле бер ағзаһы менән дә танылған.

Ул егерме алты йәшлек Хәмзә Йософ. Был йәш сәйәсмән Глазгола, Шотландияның иң ҙур ҡалаһында, ҡатнаш ғаиләлә донъяға килгән. Уның атаһы Пакистандан, ә әсәһә Кениянан 60-сы йылдарҙа Британияға күсеп килгән. Глазго университетының хоҡуҡ бүлеген бөтөргәс, ул Шотланд парламентында эшләй башлай. Шулай уҡ Хәмзә Йософ «Ислам Ярҙамы» (Islamic Relief) хәйриә йәмғиәте спикеры ла. Уҙған йыл уға Шотландияла «Сәйәсәттең йәш көсө 2010» тигән исем бирелгән.

Хәмзә Йософ

Сығыш түгел, уртаҡ маҡсат мөһим


Сығышы менән пакистан, дине менән мосолман һәм сәйәси ҡараштары менән шотланд милләтсеһе, Хәмзә Йософ әйтеүенсә, фирҡәгә кешенең сығышы мөһим түгел, уртаҡ маҡсат мөһим. «Беҙҙең милләтселек, башка илдәрҙекенән айырыла, ул бер милләт өсөн генә түгел, ә гражданлыҡ, йәғни, илдең йәмәгәтселеге өсөн», ти ул. Быны Хәмзә Йософ Шотландияла күп төрлө халыҡ яҡшы йәшәй, дискриминация кеүек проблемалар юҡ, тип аңлата.

Ул Британ прмьер-министры Дэвид Кэмерондың Мюнхен сығышында мультикультурализмға башҡа ышанмау тураһындағы фекере һәм Германия канцлеры Ангела Меркелдын мөсөлмандар менән мультимәҙәни йәмғиәт төҙөп булмай тигәне менән килешмәй: «Ҡайһы ваҡытта сәйәсмәндәрҙең эше бик уңышлы бармаһа, улар мультикультурализмға һылтанырга ярата. Тик Германия уҙған йыл футбол чемпионатында өсөнсө урын алғанда, милли командала ике поляк, бер төрөк һәм сығышы менән Гананан бер уйынсы булыуға Ангела Меркель бер ҙә ҡаршы килмәне.»

Илдең иреклеккә ынтылыуы тәбиғи

Шотланд милли фирҡәһенең һайлау кампанияһының бер бүлексәһе Шотландияның иреклекле булыуына ирешеү планы булған. Хәмзә Йософ һәр илдең иреклеккә ирешеүе тәбиғи, ти.

«Бәләкәй илдә барыһын да күҙ алдында тотоп, идара итеүе еңелерәк. Бына мәҫәлән Шотландия халҡының 80% Ғыйраҡ һуғышында ҡатнашырға теләмәне, әммә беҙ Британияға бәйләнгән өсөн, үҙебеҙҙең һалдаттарҙы һуғышҡа үлемгә ебәрергә мәжбүр булдыҡ. Шулай уҡ, Европа берлегенең уртаҡ сәйәсәт һәм иҡтисад төҙөргә тырышыуын мин хупламайым. Һәр ил үҙенең байлыҡтары, иҡтисады менән үҙе эш итһә, яҡшыраҡ һәм еңелерәк булыр ине. Шотландияла эшләнгән аҡса ла Британия аша үтмәй, үҙебеҙҙә ҡалыр ине», ти Хәмзә Йософ.