Төркиә менән ун йыл тартҡылашыуҙан һуң Германия тарихи бик мөһим булған һетт сфинксын Төркиәгә кире ҡайтарырға риза булды. 100 йыл элек ул унда табылған ине.
Бөгөнгө Төркиә территорияһында беҙҙең эраға тиклем 1600-сы йылдарҙа бик көслө Һетт батшалығы булған. Улар Анадолу һәм Сүрия ерҙәрендә йәшәгән һәм Бабил (Вавилон) менән Троя ла уларҙың вассалдары булып торған. Уларҙың иң ҙур дошмандарының береһе - Мысыр батшалығы һәм Мысыр фараоны Рамзес II. Һетт батшалығы беҙҙең эраға тиклем 1000-се йылдарҙа Ассүрия дәүләте яулап алғансыға тиклем йәшәгән.
XX-се быуаттың башында Германия археологтары әлеге Төркиәлә һеттарҙың баш ҡалаһы Хаттушашта ҡаҙыу эштәре алып барған. Ҡаҙыу ваҡытында 3500 йыллыҡ кеше башлы, арыҫлан тәнле бороңғо 2 сфинкс һыны табылған һәм 1915-се йылда реставрация һылтауы менән Германияға ебәрелгән.
Әммә реставрация бөткәндән һуң, археологтар сфинкстарҙы Төркиәгә кире ебәрмәй, Берлиндың Пергамон музейында ҡуйғандар. 1968-се йылда һөйләшеүҙәрҙән һуң Германия һәйкәлдең береһен Төркиәгә ҡайтарырға ризалыҡ биргән. Шунан бирле был ике ил араһында тартҡылашыу ҡалған икенсе сфинкс өсөн бара. Германия археологтары сфикстарҙың береһен Ғосманлы империяһы солтаны Мәһмәд V уларға бүләк итеп биргән тип аңлатҡан, әммә бының дәлилдәре юҡ.
Төркиәнең мәҙәниәт министры Эртугрул Гүнай: «Германия икенсе һынды кире бирмәһә, бөтә герман археологтарының Төркиәлә эшләү рөхсәте биргән лицензияларын тартып алырға мәжбүр буласаҡбыҙ», - тигән ине. Бындай шарт ҡуйылғас, Германияға сигенергә һәм һетт сфинксының копияһын алып, уны Төркиәгә ебәрергә тура килә. Сфинкстарҙың копияларын әле лә Берлин музейында күрергә була.
100 йылдан һүң кире ҡайтарылған сфинкс бер аҙ Истанбул археология музейында буласаҡ. Унан һүң, сфинкс башҡа Һетт батшалығы экспонаттары менән бергә Чорум музейында ҡуйыласаҡ, тип белдерҙе Эртугрул Гүнай.