Бөгөн Британияла булған сыуалыштар Лондондың төрлө милләт вәкилдәре йәшәгән Тоттенһэм биҫтәһендә килеп сыҡты. «Был йәш тәртип боҙоусылар, үҙ өйҙәрендә, йәғни мәхәлләләрендә кәрәкле тәрбиә алмаған», тип белдерә Британия пермьер-министры Дэвид Кэмерон. Үтә уң сәйәсәтселәр ҙә был сыуалыштарҙы эшһеҙ ятҡан иммигранттарҙың балалары ойоштора тип уйлай.
Европала аҙаҡҡы көндәрҙә бындай уйҙарҙы мультикультурализм ыңғайында йыш ишетергә була. Шулай уҡ Норвегияла яңыраҡ Брейвиктың килеп сығыуы, һәм иммигранттарға уның илен баҫып алған өсөн көрәш иғлан итеүе осраҡлы түгелдер.
Германия
Иң беренсе булып мультикультурализм мәсьәләһен Германия канцлеры Ангела Меркел күтәрергә булды. 2010 йылдың 17 октябрендә Потсдамда үткән конференцияла ул бөтә донъяға «Беҙҙең илдә мультикультурализм төҙөү килеп сыҡманы», тине. «Иммигранттар беҙгә 60-сы йылдарҙа килделәр, шунан бирле беҙ үҙебеҙҙе улар бында ҡалмаясаҡ, бер көн китәсәк тип алдарға тырыштыҡ. Был дөрөҫ түгел! Беҙҙең бәхетле мультикультур йәмғиәт төҙөүебеҙ уңманы. Әлбиттә хәҙер уларҙың ҡайтып китеүен талап итә алмайбыҙ, әммә иммигранттар интеграцияға күберәк көс һалһалар яҡшырыҡ булыр ине», тип белдерҙе Германия канцлеры. Шулай уҡ Меркел, иммигранттарҙың немец телен белеү интеграцияның мөһим өлөшенең береһе, ти. Ул әлбиттә сәйәси әҙәплелекте һаҡлар өсөн асыҡтан асыҡ айырым милләт кешеләрен, йә уларҙың тире төҫөн, йә диндәрен атамай, әммә барыһына ла Европалағы мосолмандар тураһында һөйләгәне аңлашыла.
Германия президенты Кристиан Вульф биргән әңгәмәләренең береһендә: «Хәҙер инде христианлыҡ, йә иудаизм менән бергә ислам Германияның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора», тине. Бөгөнгө көндә Германияла дүрт миллионлап мосолман йәшәй. Уларҙың күбеһе Германияға Икенсе Дөнъя Һуғышынан һуң килгән. Һуғыштан һуң илде тергеҙер өсөн эш көсө етмәгән. Шуға күрә 60-сы йылдарҙа Германия хөкүмәте ун йылға контракттар төҙөп, көньяҡ Европанан һәм бигерәк тә Төркиәнән кешеләрҙе эшкә саҡыртҡан. Шул ваҡытта инде «гастарбайтер» (нем. Gast + Arbeiter – ҡунаҡ+эшсе) тигән төшөнсә барлыҡҡа килгән. Әммә ун йыл - оҙаҡ ваҡыт, һәм гастарбайтерҙарҙың күбеһе Германияға ғаиләләрен алып килеп тамыр ебәргән.
Германияла 4 млн мосолман йәшәй
Америка, йә Канаданан айырым, Германияла гражданлыҡ «ергә» түгел, «ҡанға» бәйле тип һанайҙар, һәм Германияла тыуған төрөк балаларына герман ватандашлығы 2005-се йылда ғына бирелә башлай. Шул хәлдәр мосолман йәмғиәтенең үҙҙәре менән генә аралашыуы, көнбайыш культураһын кабул итмәүенең сәбәбе тип уйлай Меркел.
Ләкин тормош төрлө миҫалдар килтерә. Мәҫәлән уҙған йыл футбол чемпионатында өсөнсө урынға алышта Германия Төркиәне 3:0 иҫәбе менән йеңде. Яҙмыш шаярыуы буйынса голды төрөктәргә Месүт Өзил атты. Уның ата-әсәһе төрөк, әммә үҙе Германияла тыуып үҫкән, Германия ватандашы булған егет. Йөрөгән ҡыҙы ла ислам диненә күскән Өзил, мультикультурализм мөмкинлегенең иң күренекле миҫалы.
Бөйөк Британия
Ангела Меркелдың сығышынан һуң Британ премьер-министры Дэвид Кэмерон 2011 йылдың февралендә Мюнхен конференцияһында тағы ла мультикультурализм мәсьәләһен ҡағыла. Бында инде ул асыҡтан асыҡ мосолмандар тураһында һөйләй. «Беҙҙә күбеһе үҙ илдәрендә тотҡан исламды хәҙерге заман көнбайыш йәмғиәтенә ултыртырға тырыша. Улар үҙҙәрен ысын британ тип тоймайҙар. Элек беҙ мультикультурализмда йәшәйбеҙ тип, уларға үҙ
Бөгөн Британияла 1,6 млн мосолман иммигранттар йәшәй
Франция
Франциялағы мосолмандарҙың һаны - 5,9 млн
Меркел менән Кэмерон әйткәнгә күптән түгел генә Франция президенты Николя Саркози ҡушылды. Франция милли телевизион каналында февралдә яһаған сығышында Саркози былай ти: «Әлбиттә, айырмалыҡтарҙы ихтирам итергә кәрәк. Һәм беҙҙең мосолмандар, башҡа дин вәкилдәре кеүек үк үҙҙәренең диндәрен тота ала. Әммә беҙ уларҙың урамдарҙа күрһәтеп намаҙ уҡығандарын теләмәйбеҙ. Францияға килгәнһегеҙ икән, беҙ бер йәмғиәт булып йәшәү кәрәк, һәм ул гражданлыҡҡа таянырға тейеш, дингә түгел. Был шарттарҙы ҡабул итергә теләмәгән кешеләр Францияға кәрәкмәй!».
Был Европаның иң йоғонтоло һәм көслө илдәрҙең етәкселәренең үҙенсәлеғе булып уларҙың үтә уң сәйәсәте булып тора. Һәм улар барыһы ла «мультикультурализмдың уңышлы булмау» сәбәбен мосолмандарҙан күрәләр.
Бөгөн «мультикультурализм» тигән һүҙҙе сәйәсәтселәрҙән һәм мәғлүмәт сараларынан бик йыш ишетергә була. Нимә һуң ул, «мультикультурализм»?
Стэнфорд философия энциклопедияһы уға бындай аңлатма бирә: «Мультикультурализм ул күп мәҙәниәтле йәмғиәттә бер береңә түҙемлелек уйы, әҙ һанлы төркөмдәргә лә тиң итеп ҡарау, уларҙың айырмалыҡтарын таныу һәм ҡабул итеү. Был тел, дин, милләт, тире төҫө айырмалыҡтарын ҡағылырға мөмкин, әммә күбеһе мультикультурализмды тел һәм дин айырмалыҡтары тип аңлай».
Мультикультурализмдың мөмкинлектәре
Шулай итеп мультикультур йәмғиәттең ниндәй мөмкинлектәре бар?
Беренсе ул интеграция. Йәғни әҙ һанлы булған төркөм ҙурырыҡ төркөм менән хеҙмәттәшлеккә керә һәм бар төркөмдәрҙең дә теләгенән сығып бер дөйөп сәйәсәт төҙөлә. Интеграцияның иң күренекле миҫалы ул Швейцария. Унда бөтә төркөмдәрҙең хаҡтары тигеҙ һәм баш милләт юҡ, һәм уларҙың барыһының да әсә телдәре дәүләт теле булып тора: итальян, француз, немец һәм ретороман телдәре. Барыһының да үҙ тамырҙары бар һәм уларға барыһына ла парламентта урын бирелгән, ләкин улар үҙҙәрен Швейцария ватандашы итеп тоя.
Икенсе мөмкинлек - ул ассимиляция, йәғни күп һанлы төркөмдөң әҙ һанлы төркөмдө йотоуы. Әҙ һанлы төркөм үҙенең ғәҙәттәрен, телдәрен, тамырҙарын онотоп, етәксе төркөмдөң телен йә динен алырға мәжбүр була. Бының миҫлы булып әлеге Ҡытай тора. Уйғыр һәм тибет халыҡтарын ҡыҫып, Ҡытай берҙәм дәүләт төҙөргә тырыша.
Өсөнсө мөмкинлек ул «иретеү ҡаҙаны» принципы. Бында иретеү ҡаҙанында кеүек бөтә төркөмдәр бергә ҡушылып бөтөнләй яңы, нейтраль төркөм килеп сығыуы. Бының миҫалы – АҠШ. Барыһы ла төрлө илдәрҙән, төрлө дин вәкилдәре, төрлө төҫлө әммә хәҙәр үҙҙәрен «американ» тип атап бер дәүләт төҙөйҙәр. Бында инде сығыш йә дин түгел, бер сәйәсәт һәм маҡсат мөһим.
Әлбиттә, төрлө төркөмдәр булған илдә ҡыйынлыҡтар булырға мөмкин. Был тәбиғи процесты туҡтатып булмай һәм был мультикультурализм тигән йомғаҡты берҙән бер сисеү юлы - сәйәсәтселәрҙең дөрөҫ йүнәлеш һайлауы.