3 март Өфөлә маймыл битлегендәге кешеләр йөрөйәсәк

16 феврал, Өфө

3 март – тынлыҡ көнөндә Ғәҙел һайлауҙар өсөн хәрәкәте Өфө циркы алдында тағы бер акция вәғәҙәләй.

Ғәҙел һайлау өсөн хәрәкәте бөгөн Өфөлә бойондороҡһоҙ күҙәтеүселәр өсөн дәрестәр үткәрә. Өфө участкаларында эшләйәсәк 418 күҙәтеүсегә юристар тауыш биреүҙәр барышын нисек күҙәтергә өйрәтә. Уларҙы башлыса башҡала шураһына һайлау һөҙөмтәләре ҡыҙыҡһындыра. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен улар электрон система аша еткереп барасаҡ. Үҙенә күрә Үҙәк һайлау комиссияһына альтернатива булып тора.

Ғәҙел һайлауҙар өсөн хәрәкәте Өфөлә 16 февралдә барлыҡҡа килде. Улар бер-нисә акция ла уҙғарып өлгөрҙө. Мәҫәлән, Фальсификация тигән ҡарасҡыны яндырҙылар, һауаға 418 аҡ шар осорҙо. Өфөлә тап 418 һайлау участкаһы бар. Ә Аҡ шар – ул ғәҙеллек билдәһе тип аңлатты акцияны ойоштороусыларҙың береһе Эдвард Мурзин.

3 март – тынлыҡ көнөндә Ғәҙел һайлауҙар өсөн хәрәкәте Өфө циркы алдында тағы бер акция вәғәҙәләй. Маймыл битлегендәге кешеләр ҡулдарына лозунгылар тотоп йөрөйәсәк. Лозунгыларға “2x2 = 5”, “ЦИК, һынарға өйрән” һәм “ЦИК – ЦиРК” тигән яҙыуҙар яҙылған буласаҡ. Шулай уҡ хәрәкәт активистары Өфө циркына Владимир Чуровтың “барлыҡ халыҡтар һәм дәүерҙәрҙең бөйөк фокуснигы” тигән исем биреү өсөн ҡултамғалар йыясаҡ.

4 март

4 марттағы һайлауҙарға килгәндә, Башҡортостанға йәшәгән урындан ситтә тауыш биреү өсөн 70 мең теркәү таныҡлығы биргәйнеләр. Республика үҙәк һайлау комиссияһынан хбәр итеүҙәренсә, уларҙың 50 меңгә яҡыны таратылған.

Башҡортостанға йәмғеһе 3 миллион 67 мең 700 ғәҙәти һәм комплекслы эшкәртеү ҡоролмалары өсөн 153 мең бюллетень алынған. Уларҙың 2 миллион 363 мең 200-өндә тик урыҫса, 412 мең 400-өндә урысса һәм башҡортса һәм 292 мең 100-өндә урыҫ һәм татар телдәрендә яҙылған. Быларҙан тыш комплекслы эшкәртеү ҡоролмалары өсөн 153 мең бюллетень алынған. 178 участкала КОИБ1-тар буласаҡ.

Мәғлүм булыуынса, 4 марттағы президент һайлауҙарында ил буйынса барлыҡ һайлау участкаларына икешәр веб-камераһы булған видеоҡулайламалар урынлаштырыла. Башҡортостандағы һайлау участкаларын веб-камералар менән йыһазландырыу тамамланды. Дөйөм алағанда Башҡортостанда 3 мең 509 участка бар, уларҙың 3 мең 468-енә веб-камера ҡуйылған. Ҡалған 124 һайлау участкаһына заманса ҡорамал техник сәбәптәр арҡаһында барып етә алмай. Мәсьәләне спутник бәйләнеше аша хәл итәсәктәр. Дауахана, тәфтиш изоляторҙарындағы участкаларҙа, ә уларҙың һаны Башҡортостанда 41, веб-камералар булмаясаҡ. Республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев ялыуҙарҙың күптәре нигеҙһеҙ тине. Тағы ла шуныһы – президент һайлауҙары буйынса ялыуҙар аҙ, күберәк – Өфө ҡала шураһына депутатар һайлауға бәйле ялыуҙар тине Хәйҙәр Вәлиев.

1КОИБ – Комплекс обработки избирательных бюллетеней