Республиканың һаҡлыҡ банкында ҡулаҡса женьминьби һәм юанньдарҙы иҫәпкә һалырға һәм күсерергә мөмкин.
Ял ысын мәғәнәһендә ял булараҡ үтһен өсөн ябай хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү ҙә етә, айырыуса йәйге эҫе осорҙа һыу янында иғтибарлы булырға кәрәк.
Республикала күрһәтелгән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәргә субсидия юллаусылар һаны арта.
Иҡтисади көрсөккә бәйле конкурентлыҡ тураһындағы законды боҙоусылар һаны арта.
Благовещен ҡалаһында мәктәптәрҙең яңы уҡыу йылына әҙерлегенә арналған күсмә кәңәшмә үтте.
Башҡортостан ырҙындары яңы уңыш менән тулылана башланы. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары урып-йыйыу эшенә тотондо.
“Уйғыр-Болғар йәмәғәте” террорсылар ойошмаһы ағзаһына ҡарата енәйәт эше тамамланды.
Наркотик матдәләрҙең, шулай уҡ техноген яҡтан хәүефле ширҡәттәрҙә көслө препараттарҙың ҡанунһыҙ әйләнешен иҫкәртеү маҡсатында был көндәрҙә “Хәүефһеҙлек” операцияһы үтә.
Республикала уртаса эш хаҡының артыуы күҙәтелә. Федераль статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле ул 14 мең 721 һумға еткән.
Башҡортостан ҡала-райондарында ырыу байрамдары үтә. Ошондай шәжәрә байрамы Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында ойошторолдо.
Республикала яуған ҡойма ямғырҙар мал аҙығы әҙерләүҙең уңышлы тамаланасағына ышанысты арттыра.
Өфөлә ҡала мәҙәниәт һарайында Вьетнам диаспораһы вәкилдәре концерт күрһәтте.
Шүлгәнташ мәмерйәһенә килеүселәр хәҙер заманса йыһазландырылған ҡунаҡханала ял итә ала.
Силәбе ҡалаһында cараны урындағы Аҡмулла әҙәби-ижади берекмәһе ойошторҙо.
Республика президенты хакимиәте етәксеһенең вазифаһынан китеүе тураһындағы мәғлүмәт бөгөн рәсми рәүештә раҫланды.
Петербурта үткән милли һабантуйҙың 40 йыллыҡ тарихы бар. Бынан бернисә йыл элек ул рәсми рәүештә ҡаланың дөйөм мәҙәни саралар исемлегенә индерелә.
Бәләбәйҙә йәш сәсәндәрҙең “Урал батыр” республика конкурсы тамамланды. 11-се тапҡыр ойошторолған был сарала, быйыл 369 ҡыҙ һәм малай ҡатнашты.
Хөкүмәт рәйесе Раил Сарбаев әйтеүенсә, бындай мәҙәни саралар эҙһеҙ үтмәй, үҙ һөҙөмтәһен бирәсәк.
Бөгөн Латвия илсеһе Эдгарс Скуя һәм Латвия президентының ҡатыны Лилита Затлере Мәскәүгә осто.
11-се синыфты тамамлаусы 30 меңгә яҡын егет һәм ҡыҙға тулы урта белем тураһындағы таныҡлыҡтар тапшырыла.
дәвам