Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ҡаранай батыр ерендә шәжәрә байрамы


Башҡортостан ҡала-райондарында ырыу байрамдары үтә. Ошондай шәжәрә байрамы Стәрлебаш районының Ҡаранай ауылында ойошторолдо.

Бында ете ғаилә үҙ шәжәрәһе менән таныштырҙы. Ҡаранай - Стәрлебаш районында Бөрйән ырыуы вәкилдәре йәшәгән берҙән-бер ауыл. Ике быуат элек уға билдәле полководец Ҡаранай Моратов нигеҙ һалған.

Ҡаранай ауылында шәжәрә байрамын үткәреү ниәтен медицина фәндәре докторы Марс Юлдашев күтәреп сыҡҡан. Уның баласағы ошонда үткән. Марс Тимербулат улы төҙөгән Юлдашевтар шәжәрәһендә 14 быуын теркәлгән.

Ҡаранай ауылы халҡы үҙ тарихына битараф түгел. Шуның өсөн дә шәжәрә байрамын үткәреү ниәтен бер тауыштан хуплап, байрамды ойоштороп та ебәргән.Таймаҫовтар, Тойғоновтар, Юлдашевтар, Усмановтар һәм Ҡаранаевтар-уларҙың барыһы ла башҡорт халҡының данлыҡлы улы, батыр Ҡаранай Моратов нәҫеленән. Бәлки шуның өсөндөр ҙә уларҙың барыһы ла тыуған төйәккә, тарихҡа һөйөү менән янып йәшәй.

Шәжәрә байрамында Ҡаранай ауылы халҡы Ҡаранай Моратовтың музейын һәм һәйкәлен асыу ниәтен белдереп район етәкселегенә мөрәжәғәт итергә ҡарар итте. Ошонда уҡ был изге эш башланды ла инде. Тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе Салауат Таймасов буласаҡ музейға Ҡаранай Моратов үҙ ҡулы менән яҙған документтарҙы тапшырҙы.
XS
SM
MD
LG