Accessibility links

Кайнар хәбәр

Латвия вәкилдәре Өфөгә киләсәк


Бөгөн Латвия илсеһе Эдгарс Скуя һәм Латвия президентының ҡатыны Лилита Затлере Мәскәүгә осто.

Латвия делегацияһының Башҡортостанға эш сәфәре тамамланды. Латвияның Рәсәйҙәге илсеһе Эдгарс Скуя бөгөн хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров менән осрашты.

Унда ике Арала иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Латвия илсеһе йылы ҡабул иткәндәре өсөн республика етәкселегенә рәхмәт белдерҙе. Юрий Псутовгаров һәм Эдгарс Скуя иҫтәлеккә бүләктәр менән алмашты.

Эдгарс Скуя билдәләүенсә, тиҙҙән Латвия делегацияһының Башҡортостанға килеүе көтөлә. Унда Башҡортостан менән Латвия араһында иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуға ҙур урын биреләсәк. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров ике арала хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн йүнәлештәр бихисап.
XS
SM
MD
LG