- Смоленск һуғышы 1812 йылдың июль айында булған һәм Бородино һуғышы менән бер кимәлдә тора. Бородино һуғышынан бер ай алдараҡ булған. Ул һуғышта Беренсе Башҡорт атлы полкы ҡатнашҡан. Был тергеҙеү сараһының ойоштороусылары Мәскәү хәрби-тарихи «Гренадер полк» клубы. Август аҙағында беҙ «Бородино» фестиваленә лә барасаҡбыҙ тип өмөтләнәбеҙ. Беҙ үҙ эшмәкәр һәм ижтимағи башланғыста эшләйбеҙ. Бындай фестивалдәр беҙҙең һымаҡ энтузиасттар елкәһендә генә. Фестиваль бишенсе-етенсе августа Смоленск ҡалаһы янында үткәреләсәк.
- Ысынлап та ул һуғыш шул ерҙә булғанмы?
- Эйе, ысынлап та ул тарихи урындар. Барып ҡайтыү беҙгә 4000 километрға бырып баҫа.
- Йәшәү урындарын хәстәрләнегеҙме?
- Йәшәү ялан шарттарында буласаҡ. Беҙҙең олатайҙарыбыҙ 200 йыл элек нисек йәшәгән, беҙ ҙә шулай уҡ усаҡ яғып, ҡыуыш ҡороп өс көн буйына йәшәйәсәкбеҙ.
- Ҡоралдарҙы ҡайҙан алаһығыҙ?
- Ҡоралдарыбыҙҙы үҙебеҙ элекке китаптарҙан, гравюраларҙан ҡарап, тергеҙеп эшләп алабыҙ. Был хәрби-тарихи тергеҙеү шөғөлө ул, театр бутафорияларын ҡулланыуын аңлатмай, ҡоралдар ысын булырға тейеш. Кейеҙҙән, күндән костюмдарыбыҙ ҙа бар. Уҙған йыл беҙ дүртенсе сентябрҙә Беренсе Башҡорт атлы полкына Можайск ҡалаһы янында һәйкәл ҡуйған инек, унда ҡайтышлай сәскәләр һалып китәсәкбеҙ. Ул урында элек башҡорт атлы полкы боҫҡонда торған, ул тарихи урында беҙ Бородино етәкселеге менән бергә ер алып, башҡорт халҡы исеменән һәйкәл ҡуйҙыҡ.
- Ҡоралдар тигәндә, ул ваҡытта улар ниндәй булған?
- Башҡорт ғәскәренең уҡтары, тиренән эшләнгән һаҙаҡтары, йыла ағасынан эшләнгән йәйәләре булған. Ул ваҡытта тимер етмәгән, аттарҙың дағалары ла булмаған. Ат дағаларынан бөтөн барлы-юҡлы тимерҙе йыйып уҡ башаҡтары, һөңгөләр эшләгәндәр. Башҡортостан территорияһында бөтә тимерлектәр ябылған һәм тыйылған булған.
- Уларҙы бит инде урыҫтар тыйғандар.
- Эйе, Рәсәй батша хөкүмәте, урыҫ тип әйтергә ярамай. Тыйған, әммә һуғыш башланғас, улар башҡорттарҙы ярҙамға саҡырырға мәжбүр булған. Беренсе башҡорт полкы кәрәкле ваҡытта саҡырыла торған регуляр казак ғәскәре тип иҫәпләнгән.
- Шартлы дошман яғынан кем буласаҡ, француздарҙы саҡырмаясаҡһығыҙмы?
- Юҡ, француз ғәскәрҙәрен күрһәтеүсе полктар тик урыҫтарҙан торасаҡ.
- Ә бына һуғыш ваҡытында дошман яғына һеҙ ниндәй хистәр менән бараһығыҙ, нәфрәт юҡмы?
- Бындай һуғыштарҙы кешеләр бүтән булдырмаҫҡа тейеш тип аңлатырға теләйбеҙ. Бер ниндәй ҙә яуызлыҡ, йә кире ҡараштар юҡ. Был фестивалдәр аша беҙ киләсәктә кешеләр бындай һуғыштарҙы булдырмаһын тип аңлатабыҙ.
- Әлеге ваҡытта әҙ һанлы милләтәргә ҡарата урыҫ сәйәсәте тураһында нимә уйлайһығыҙ?
- Донъя хәрәкәт итә, беҙгә үҙебеҙҙең дә тик ятмау кәрәк. Ғәйепте кешенән эҙләргә түгел. Шуның өсөн халыҡтың әүҙемлеген тергеҙергә кәрәк. Рәсәй ҡыҫа, беҙҙе бөтөрә тип кенә ятырға дөрөҫ түгел. Төрлө мәҙәни саралар, уҡыу, тарихи саралар менән кешеләрҙе тәрбиәләргә һәм уның кимәлен күтәрергә була. Әгәр ҙә инде бирешеп ултырһаҡ, эскелеккә һауышһаҡ, ҡулды ҡаушырып ултырһаҡ, әлбиттә беҙгә бер кем дә бер нимә лә килтереп бирмәйәсәк. Шунан инде ғәйепте кемдән эҙләйбеҙ?