Accessibility links

Кайнар хәбәр

Беренсе башҡорт рок фестивале уҙҙы


"Бөйөк дала" рок фестивале
"Бөйөк дала" рок фестивале

Икенсе июлдә Хайбулла районы Аҡъяр ауылында «Бөйөк дала» беренсе рок-фестивале уҙҙы. Был тамаша легендар башҡорт рок-группаһы «Рух»тың 20 йыллығына арналған.


Фестиваль был районда үтеү осраҡлы түгел, сөнки 90-сы йылдар башында барлыҡҡа килгән башҡортса рокты тап Хайбулланан сыҡҡан төркөмдәр беренсе булып күтәреп алды. Фольклорға яҡын булыуы башҡортса роктың үҙенсәлеге булып тора. Ул төркөмдәр араһында бөтөн башҡорт йәштәренә яҡшы билдәле булған «Рух», «Дәрүиш», «Майҙан», «Ант», «Ҡарауан Һарай» ине.

Был фестивалде үткәреүҙе «Рух» төркөмө йетәксеһе Юлай Асҡаров тәҡъдим иткән. Шулай уҡ Хайбулла районы хакимиәте матди һәм ойоштороу мәшәҡәттәренең күп өлөшөн үҙ өҫтөнә алған.

Ваҡиғаны Аҡьяр стадионында «Рух» төркөмө асып ебәрҙе. Был фестивалдың маҡсаты ярыш түгел, ә башҡортса рокты халыҡҡа еткереү, ватансылыҡ хистәрен тәрбиәләү, төркөм ара тәжрибә алмашыу һәм ябай күңел асыу. Фестивалдә ҡатнашыуҙың мотлаҡ шарты – йәнле музыка, йәғни фонограммаһыҙ башҡарыу. Һәр төркөм үҙҙәренең репертуарынан һигеҙ-ун йыр башҡарған. Фестивалдә Хәйбулла районынан сыҡҡан музыканттарҙан тыш, Өфө, Сибай, Салауат ҡалаларынан килгән рок төркөмдәр ҡатнашҡан, һәм 1 мең 500-гә яҡын тамашасы йыйылған.

Фестивалдә ҡатнашыусылар, был йыйын башҡорт рок йырсы-музыканттары өсөн бик мөһим сара, сөнки ул йәш төркөмдәргә лә үҙҙәрен күрһәтергә мөмкинтектәр аса, тип белдерә.
XS
SM
MD
LG