Мәләүез районында йәнә браконьерҙар эше тикшерелә. Был юлы болан атҡандар. Тәбиғәтте һаҡлау министрлығы инспекторҙары әйтеүенсә, һунар урынында хайуандың башы һәм эсәк-ҡарыны ғына ятып ҡалған. Әлегә уны атыусы тотолмаған. Күптән түгел район биләмәләрендә Салауат ҡалаһынан килгән 7 эшҡыуар 2 ҡабанды атҡайны. Уларҙың береһе быуаҙ булған. Йәғни улар ике түгел 17-ләп ҡабанды үлтергән булып сыға.
Иҫегеҙгә төшөрөп үтәм, улар тотолмаҫ та ине, әле республика биләмәләрендә ҡанунһыҙ һунар осраҡтарын киҫәтеү маҡсатында Ҡалҡан һәм Браконьер операциялары бара. Йыл башынан ҡанунһыҙ һунарға бәйле 10-ға яҡын енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда ҡырағай кейек- йәнлектәрҙең иҫәбен алыуға ла тотонасаҡтар. Болан, ҡабан һәм ҡоралайҙарҙың теүәл һанын белеү менән махсус белгестәр шөғөлләнәсәк. Яңы йылдан Урман ҡануниәтенең яңыртылған редакцияһы ғәмәлгә ингәйне. Яңыртылған кодекста теге йәки был төбәктәге урмандарҙағы ҡырағай кейектәрҙең һанын белешеү урындарға йөкмәтелә. Хәҙер экологтар һәм һунарсылар ошо мөһим эшкә йәлеп ителә. Бының өсөн осҡостар ҙа файҙалыналасаҡ. Иҫәп алыусыларға ике вертолет һәм бер Ан маркалы самолет ышандырыласаҡ. Эште башҡарып сығыу өсөн бәйге нигеҙендә Башҡортостан биләмәләрендә булған януарҙар һанын авиация ҡулланып иҫәпләү тип аталған фәнни- тикшеренеү эше уҙғарыласаҡ. Конкурс еңеүсеһенә республика ҡаҙнаһынан 2 миллион 600 мең һум биреләсәк.
Яҡынса мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, республика биләмәләрендә мышылар һаны 11, башҡа кейек- януарҙар һаны хаҡында мәғлүмәттәр тап ошо иҫәп алыуҙан һуң билдәле булыр моғайын.