Үткән тәүлектә генә 7 янғында 3 кеше һәләк булған. Янғындарҙың сәбәбе - эскелек. Яңы йылдың тәүге 4 көнөндә генә 66 янғында 14 кешенең ғүмере өҙөлгән. Республика янғын һүндереүселәре әле көсөргәнешле режимда эшләй. Ул 20 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.
Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, яңы йыл байрамдары осоронда ут сығыу осраҡтары йышая. Быйыл 1 ғинуарҙа - 33, 2 ғинуарҙа 26 янғын сыҡҡан. Матди зыян 500 меңдән ашыу, янғын һүндереүселәр 7 миллион һумлыҡ матди ҡиммәттәрҙе ҡотҡарған.