Республика президенты матбуғат, радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәрен, полиграфистарҙы ошо байрам менән ҡотлап баҫма һүҙгә Рәсәйҙә һәр ваҡытта ла етди иғтибар бирелеүен билдәләне. Республикала әле 800 баҫма һәм 200-ҙән ашыу электрон киң мәғлүмәт сараһы теркәлгән. Башҡортостан Юлдаш телеканалы тәүлегенә 18 сәғәт күрһәтә.