Ош нигеҙҙә республика хөкүмәтендә махсус комиссия ойошторолғайны. Уның тәүге ултырышы үтте. 2012-се йылға тиклем республика доньяның абруйлы университеттарында 140 һәләтле белгестең белемен камиллаштырырға иҫәп тота. Финанс шарттарға ҡарамаҫтан, хөкүмәт рәйесе Раил Сарбаев әйтеүенсә, республика маҡсатлы программанан баш тармаясаҡ. Киреһенсә, был йүнәлештә эште әүҙемләштереү талап ителә. Сөнки заманса ҡарашлы идарасыларға республикала ихтыяж ҙур. Ул быны Салауат районына эш сәфәре менән бәйләне.
Донъяның алдынғы ғилми үҙәктәрендә белем алыу хоҡуғын биреүсе республика грантына өлкән курс студенттары, аспиранттар, йәш ғилми хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ дәүләт ойошмаһы һәм ширҡәттәрҙә эшләүселәр дәғүә итә ала. Төп талап сит телде яҡшы белеү һәм уҡырға теләк. Республиканың мәғариф министры, ошо программа үтәлеше өсөн яуаплыларҙың береһе Зиннәт Аллаяров нишләптер башҡортса интервью биреүҙән ҡырҡа баш тартты. Ул ғәҙәттәгесә сит телдә һөйләү менән сикләнде. Cит илдә республика белгестәрҙе, халыҡара иҡтисад һәм хоҡуҡ, административ идаралыҡ, ауыл хужалығы, архитектура, төҙөлөш, социаль яҡлау, мәғлүмәт технологиялары, барлығы 10 йүнәлеш буйынса әҙерләргә ниәтләнә.
Киләсәктә ихтыяждан сығып исемлектең ҙурайыуы ла мөмкин. Хөкүмәт комиссияһы ултырышында билдәләнеүенсә, грант алыусылар араһында конкурс яҡын арала үткәреләсәк һәм был хаҡта киң мәғлүмәт сараларында алдан хәбәр ителәсәк. Дәғүәселәргә махсус имтихан тоторға тура киләсәк. Һынауҙарҙы уңышлы үткәндәр менән килешеү төҙөләсәк. Грант алыусы уҡыуҙы тамамлағандан һуң тыуған яғына ҡайтып кәм тигәндә лә өс йыл эшлргә тейеш.
Доньяның алдынғы юғары уҡыу йорттарына Башҡортостан быйыл 30 белгесте уҡырға ебәрергә иҫәп тота. Тәжрибә өмөттәрҙе аҡлай ҡалһа, сит илдәрҙә белемен камиллаштырыусылар һаны арттырыласаҡ. Сөнки, хөкүмәти комиссияһы ултырышында билдәләнеүенсә, халыҡ хужалығында алдынғы ҡарашлы, белемле идарасыларға иғтыяж ҙур әле.