Accessibility links

Кайнар хәбәр

Уҡыу өсөн түләүҙәр кисектерелә


Финанс көрсөк сәбәпле юғары уҡыу йорттарында коммерция нигеҙендә белем алыусы 90 мең студентҡа уҡыу өсөн түләүҙәрҙе кисектереп тороу күҙаллана.

Республика мәғариф министрлығы юғары уҡыу йорттары етәкселегенә ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Министрлыҡ мәғлүмәттәре буйынса, яңы семестр башында студенттарҙың күпселеге бюджет бүлексәһенә күсереү йәки ярты йылға иҫәпләнгән түләүҙәрҙе бер нисә өлөшкә бүлеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән. Араларында ваҡытлыса эшкә урынлашыуы йәки финанс хәлгә бәйле бөтөнләй уҡыуын ташларға теләүе тураһында белдереп ғариза яҙыусылар ҙа бар.

Уҡытыусылар фекеренсә, бындай ғаризаларҙың алдағы көндәрҙә тағы ла күберәк килеүе ихтимал. Мәғариф министрлығы дәүләт вуздарында уҡыуға түләнгән тарифтарҙы ла арттырмаҫҡа кәңәш бирә. Ә яҡшы билдәләргә өлгәшкән студенттарҙы бюджет урындарына күсереү мөмкинлеге өйрәнелә.
XS
SM
MD
LG