Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы белгестәре ошондай кәңәштәр еткерә һәм Өфөлә гепатит сире таралыуы тураһындағы мәғлүмәтте кире ҡаға. Апрель урталарында башҡалала дарыухана селтәрҙәренең береһендә эшләүсе 20-гә яҡын кешелә гепатит табылғайны, әле улар барыһыла дауаханала. Гепатит А вирусы Өфө һыу үткәргесендә табылманы.
Был хәбәрҙе белгестәр ҙә раҫланы. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы вәкиле Нәсимә Күсемова әйтеүенсә, Өфөләге дарыухана селтәре хеҙмәткәрҙәренең күпләп һары ауырыуын йоҡтороуы сәбәпле һыу үткәргестәрҙә һәм баҙарҙарҙа тикшереү үткәрҙе. Уның һөҙөмтәләренән күренеүенсә, вирус сығанағы хеҙмәткәрҙәр араһында икәнлеге асыҡланған. Эпидемиологтар республика халҡына сит илдәргә сығыуҙан да тыйылып торорға кәңәш итә.
Нәсимә Күсемова билдәләүенсә, тыйыуҙар тәү сиратта «Калифорния грибы», башҡаса әйткәндә сусҡа киҙеүе менән бәйле. Белгестәр фекеренсә, вирустың республикаға үтеп инеү мөмкинлеге аҙ, шулай ҙа уны бөтөнләй инҡар итеп тә булмай. Грипп табылған илдәр менән Башҡортостандың турана-тура бәйләнештәре юҡ, әммә ял итеүселәр, йәки эш сәйәхәте менән республиканан ситкә сығыусыларҙың теүәл иҫәбен алыу ҡыйынға тура килә. Вирусҡа ҡаршы республикала ныҡлы кәртә ҡуйылған. Атап әйткәндә халыҡара Өфө аэропортында пассажирҙарҙың алыҫтан тороп температураһы үлсәнә. Шикле күренгән кешеләр шунда уҡ табип күҙәтеүенә алына. Эпидемиологтар билдәләүенсә сусҡа киҙеүенең 2 метрҙан кешенән кешегә йоғоуы ла ихтимал.
Республика хөкүмәте премьер министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов белдереүенсә, сусҡа киҙеүе тип халыҡ араһында паника тыуҙырыу дөрөҫ түгел. Әле был сирҙе Рәсәй биләмәһенә индермәү өсөн бар саралар ҙа күрелә. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ араһында төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Ҡайһы берәүҙәр был вирусты һыу аша тарала тигән ялған мәғлүмәт тарата. Был төптө дөрөҫ түгел, тине Фидус Ямалетдинов.
Шулай уҡ сусҡа киҙеүенең исемен үҙгәртеү хаҡында ла һүҙ алып барыла. Сөнки вирус тәү сиратта малсылыҡ тармағына ҡаты ҡағылды. Хәҙер был сир «Калифорния» киҙеүе тип йөрөтөлә. Әле ул Мексиканан тыш ҡайһы бер Европа илдәрендә, Америка штаттарында таралған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сиргә ҡаршы вакцина әлегә юҡ. Әле Башҡортостанда «Калифорния» киҙеүенә ҡаршы вакцина яһау буйынса эш алып барыла. Шулай уҡ медицина учреждениеларын, белгестәр әҙерләү, дауалау препараттары туплау кеүек саралар күрелә.