Accessibility links

Кайнар хәбәр

Зәки Вәлиди музейы яңы экспонаттар менән тулыланды


Зәки Вәлидиҙең башҡаланың 14-се мәктәбендә урынлашҡан музейы яңы экспонаттар менән тулыланды.

Белем усағына арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең шәхси әйберҙәрен, уның ҡыҙы Анкара университеты профессоры Иҫәнбикә Туған бүләк иткән. Зәки Вәлидиҙең спорт кейеме, рюкзагы, бүреге, йөн бейәләй һәм ойоҡтарын 14-се мәктәп музейына Тюрксой ойошмаһындағы республика вәкиле Әхәт Cәлихов тапшырҙы.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфинур Ғиззәтуллина билдәләүенсә, ҡомартҡыларҙың әһәмиәте бик ҙур. Уларҙа арҙаҡлы милләттәшебеҙҙең шәхсиәте, уның холоҡ-фиғеле сағыла. Яҡындары Әхмәтзәки Вәлиди Төркиәнең Болу һәм Улудаг тауҙарында саңғы шыуырға яратыуы хаҡында ла һөйләй. Башҡортостан һәм Уралды хәтерләтә улар, тип тәьҫораттары менән бүлешкән остаз.

Һалҡын ҡышта ҡарҙа аунаған, яҙғы йәшеллеккә күмелгән хәтфә болондарҙы гиҙгән, йәйге һәм көҙгө төҫтәр сағыулығын күреп үҫкән арҙаҡлы милләтәшебеҙгә Анатолиялағы бер төрлө һауа шарттары йыш ҡына ялҡытҡандыр ҙа, моғайын. Шуға ла ул йәйәүләп тауҙарға үрмәләргә, ҡоштар тауышын, мәғрүр ҡарағайҙар шаулауын тыңларға яратҡан тип фаразларға мөмкин.

Яҡындары күҙ нуры түгеп, ҡулдан бәйләнгән йөн ойоҡбаш һәм бейәләйҙе лә остаз ҡәҙерләп һаҡлаған. Йылы яҡта, әлбиттә, уларға ихтияж юҡ, әммә Зәки Вәлиди был әйберҙәрҙе тыуған төбәгенәң төҫө булараҡ күргән. Әхмәтзәки Вәлидиҙең Башҡортостанды һағынып йәшәүе билдәле.

Күңел һыҙланыуҙарын ул ҡурай моңо һәм халыҡ йырҙары менән баҫҡан. Остаздың тауышы магнитофон таҫмаһында һаҡланып ҡалған. Баш ҡаланың 14-се мәктәбенең тарихы ла остаздың тормош юлы менән бәйле. Белем усағы торған ерҙә элегерәк Ғосмания мәҙрәсәһе урынлашҡан. Революцияға тиклем унда Әхмәтзәки Вәлиди балалар уҡытҡан.

2008 йылда мәктәп коллективы тырышлығы менән белем усағында арҙаҡлы милләтәшебеҙҙең музей-кабинеты асылды. Музейҙа Әхмәт Зәки Вәлидиҙең шәхси әйберҙәре менән берлектә, ижади мираҫы ла һаҡлана. Үҙе йәшәгән дәүерҙә баҫылған китаптарын, шәрҡиәтсе-ғалимдың яҡындары бүләк иткән. Остаздың уҡыусыларының береһе Тунджер Байҡараның хәтерләүенсә, Зәки Вәлиди ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Башҡортостанға ҡайтырға өмөтләнеп йәшәгән. Уның хыялы үҙе вафат булғас егерме йыл самаһы үткәс тормошҡа ашты.

Әхмәт Зәки Вәлидиҙең яҡты исеме тыуған халҡына ҡайтарылды. Бөгөн Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Әхмәт Зәки Вәлидиҙең Башҡорт автономияһын ойоштороуҙағы роле тигән түңәрәк өҫтәл ултырышы үткәрҙе. Унда һуңғы арала был шәхескә ҡарата ҡара яғыуҙар тураһында һүҙ барҙы. Әхмәт Зәки Вәлиди яҡлауға мохтаж түгел, бары тик уның тормошон ентекле өйрәнергә кәрәк тиелде ултырышта.

Шул осраҡта ғына тарихи шәхес исеменә ҡара яғыуҙарҙан ҡотолорға мөмкин. Тарих фәндәре кандидаты Марсель Фархшатов. Ҡайһы бер мәғлүмәт саралары Зәки Вәлидиҙе фашист Германияһы менән бәйләнештә тороуҙа ғәйепләй. Тарихсы Марат Ҡолшәрипов әйтеүенсә, бындай белдереүҙәр нигеҙһеҙ.

Марат Ҡолшәрипов әйтеүенсә, айырым киң мәғлүмәт сараларындағы белдереүҙәр бер ниндәй ҙә тарихи документтар менән дә нығытылмаған. 1939-сы йылдың авгусына тиклем Әхмәт Зәки Вәлиди Туған ысынлап та Германияла йәшәй һәм Бонн университетында уҡыта. Һуңынан Төркиәгә ҡайта.
XS
SM
MD
LG