Мәскәү һәм Петербур ширҡәттәре менән беррәттән, уға Өфө лә дәғүә итә. Башҡортостандың мөмкинлектәре менән танышыу өсөн Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Денис Мантуров килеп китте.
Денис Мантуров Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең мөмкинлектәре һәм унда сығарылған тауар өлгөләре менән танышып сыҡҡандан һуң яңы етештереүҙе тап Өфөлә ойоштороу мөмкинлеген юғары баһаланы.
Сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары әле рәсәйҙә яңы төр боралактар эшләү буйынса инвестиция программаһы әҙерләнеүен дә хәбәр итте. Ул йыл аҙағына әҙер булыр, тип көтөлә.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә боралактар өсөн двигателдәр етештереүҙе яйға һалыу республика өсөн социаль һәм иҡтисади йәһәттән дә бик әһәмиәтле, ти хөкүмәт рәйесе Раил Сарбаев. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә вертолет двигателдәре эшләү-эшләмәү мәсьәләһе ошо көндәрҙә хәл ителәсәк.